Туҙһын әйбер... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Туҙһын әйбер



Ауыр саҡтарҙан ҡалғандыр
Әсәйҙәр һаҡсыллығы,
Тик һаҡсыллыҡ - ике яҡлы,
Булһа ла яҡшылығы.

Һаҡлап-һаҡлап ҡына кейҙем
Яратҡан күлдәгемде,
Кешелеккә тип ҡалдырҙым
Тәмләмәй көндәгемде.

Аҙаҡтан әйтермен тиеп
Һаҡланым һүҙҙәремде,
Түгелмәһен өсөн хисем
Йәшерҙем күҙҙәремде.

Гел - иртәгә! Ниңә бөгөн
Булмаҫҡа ти бәхетле!
Иртәгә килмәүе лә бар -
Ғүмерҙәр бит ул сикле!

Табыныма ла ҡуяйым
Тәмленән-татлыһынан,
Китек-ҡотоҡ һауыт түгел,
Яңынан - затлыһынан.

Йылы тәндә көйрәк булып
Ҡупшы кейемдәр туҙһын,
Бөгөндөң ҡәҙерен белеп
Ғүмерҙәр матур уҙһын.

Рәхмәтемде белдерәйем
Һуңлатмай яҡыныма,
Түләүһеҙ - һүҙ, тик әйтелһә
Алтындай хаҡы бына!

Әйбер туҙһын, уны йәлләп
Һытмайыҡ йөҙөбөҙҙө.
Һаҡлайыҡ бер-беребеҙҙе,
Һаҡлайыҡ үҙебеҙҙе.


2014